Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ




НазваниеБаҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ
страница21/38
Дата конвертации11.04.2013
Размер5.17 Mb.
ТипДокументы
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   ...   38
Ф. Н.) ғаиләһе тоҡомдары. Улар бик борон замандарҙа

196




Себерҙән Урал аша үткән һәм башҡорттар менән туғанлыҡ бәйләнештәренә ингән (204, 9).

А. П. Чулошниковтың бер хеҙмәтендә ҡаҙаҡтарҙың нуғайҙар менән этник бәйләнештәре тураһында һөйләүсе ҡаҙаҡ риүәйәттәре килтерелә. Уларҙа ҡаҙаҡтарҙың ғына түгел, бәлки башҡорттар менән ҡарағалпаҡтарҙың туғанлыҡ тамырҙары ла нуғайҙарға алып барып тоташтырыла (321, 106). Бындай риүәйәттәрҙә ҡәтғилек һәм бер яҡлылыҡ һиҙелһә лә, дөйөм алғанда этник күренештәрҙе яҡтыртыу яғынан уларҙың нигеҙендә реаль һыҙаттар ятҡанлығын билдәләмәү мөмкин түгел. Башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ этносында нуғай элементтарының булыуы ғилми әҙәбиәттә киң яҡтыртылған, һәм ул бәхәс тыуҙырмай торған мәсьәлә.

Башҡорт ырыуҙары эсендәге ҡалмыҡ нәҫелдәре хаҡындағы риүәйәттәр — шулай уҡ башҡорт-ҡаҙаҡ ҡәрҙәшлеген һүрәтләгән риүәйәттәр тибында: бында ла нәҫел, ырыу таралыу сәбәбе яу ваҡытында әсиргә төшкән бала, шул баланан аҙаҡ ырыу, нәҫел таралыу мотивы аша яҡтыртыла («Мамыт», «Ҡалмыҡ ырыуы» —55, 87).

Тарихи фольклорҙа башҡорт-уғыҙ, башҡорт-ҡырғыҙ этник мөнәсәбәттәрен сағылдырған легендалар бар. Уларҙың ҡайһылары шәжәрәләр эсендә теркәлгән булһа, бәғзеләре үҙ аллы хикәйәләр рәүешендә яҙып алынған.

1913 йылда «Шура» журналының 10-сы һанында баҫылып, аҙаҡ P. Ғ. Кузеев тәржемәһе аша С. М. Абрамзонға барып ингән ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының шәжәрә-риүәйәте (3, 63) башҡорт этнонимияһында ҡырғыҙ, уғыҙ компоненттарын һаҡлауы менән әһәмиәтле. Был баҫмаға ҡарағанда, Бөгөлмә әйәҙендә йәшәгән ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары үҙҙәренең нәҫел ебен Ҡорҡот-атаға («Ҡорҡот-ата китабы» исемле уғыҙ эпосының һәм күп һанлы легендаларҙың геройы) алып барып бәйләйҙәр. Был шәжәрә-риүәйәттән Ҡорҡот-ата һәм уның ырыуҙарының Бохара юлындағы һыр диңгеҙе буйында йәшәгәнлектәре күренә. Бөгөлмә өйәҙендәге Ташлы ауылына 1755 йылда нигеҙ һалған Хөсәйен Ҡорҡот-атанан килгән ун беренсе быуынға тура килә. P. Ғ. Ку- зеевтың фекеренсә, VIII—X быуаттарҙа Арал, Сырдаръя буйҙарында уғыҙҙар менән аралашҡан ҡырғыҙ ырыуҙары аҙағыраҡ Ҡыпсаҡтар составында Волганан көнбайышта урынлашҡан

197




ерҙәргә, Алтын Урҙа дәүерендә Бөгөлмә ҡалҡыулығына үтеп ингәндәр (158, 361—362).

Ҡорҡот-ата — ырыу башлығы мотивы Ғафури районының Яҡтыгүл ауылында яҙып алынған бер риүәйәттә лә (55, 65) урын ала. Бында ул ырыуҙаштарын ҡурсалап, уларҙы үлем-һәләкәттән һаҡлап, Алтай яғынан Ағиҙел буйҙарына алып килеп төпләндергән башлыҡ булараҡ күҙ алдына баҫтырыла.

Табын ырыуы башҡорттарының 1953 йыл P. Ғ. Кузеев тарафынан ҡағыҙға теркәлгән риүәйәттәрендә шулай уҡ ырыуҙаштарын Алтай яғынан Ағиҙел буйына алып килеүсе башлыҡ телгә алына (158, 254). Исеме аталмаһа ла, текстағы деталдәр аша (башлыҡтың ҡыллы музыка ҡоралында уйнауы, Яҡтыгүлдә яҙылған хикәйәлә — думбыра сиртеп, өләң әйтеүе) ике яҙманың оҡшашлығын күрмәү мөмкин түгел. Әммә Кузеев вариантында риүәйәтсе башҡорттарҙың ҡайҙан күсеп килеп, ҡайҙа урынлашыуын һөйләү менән генә сикләнмәй, ә бәлки табындарҙың боронғо ата-бабалары- ның уйғырҙар менән мөнәсәбәттә булыуҙары хаҡында ла мәғлүмәт бирә.

Башҡорттарҙың һарттар (үзбәктәр) менән этник бәйләнеше хаҡында тарихи-этнографик материал байтаҡ булһа ла, легенда һәм риүәйәттәр бик һирәк. 1970 йылда Курган әлкәһе Әлмән районының Тәңреғол ауылында Шәкирйән Мөхәмәтйәновтан яҙып алынған «Һарт-Әптерәш ауылы» исемле риүәйәт һәм 1930 йылда Ғафури районының Яҡтыгүл ауылында Вәлиулла Ҡоломбәтов яҙып алған «Һарт-Нау- руз ауылы» тигән риүәйәттәрҙән башҡа, төҙөк сюжетлы текстар хәҙергә юҡ тиерлек, һарт Әптерәш ауылындағы һарт нәҫелдәре Мондоших исемле үзбәктән таралған тигән фекер үткәрелә риүәйәттә. Мондошихтың Толоших исемле бер иптәше менән башҡорттар араһына килеп сығыуын риүәйәт сәйәси ваҡиғаларға бәйләп аңлата. Был ике егеттең «Бохара динде дөрөҫ алып бармай», тип хан меңән низағ- лашыуы, ғәскәр туплап, ханға ҡаршы яу асыуы, Бессара- бияға ҡасып китергә мәжбүр булған хандың, ғәскәр йыйып ҡайтҡандан һуң, быларҙың яуын баҫтырыуы; тәүҙә ҡаҙаҡ яҡтарына, аҙаҡ Уралға килеп төпләнеүҙәр е, башҡорт ҡыҙына өйләнгән Мондошихтан зат таралыуы тураһында бәйән

198




ителә. Риүәйәт жанрының тәбиғәтенә ярашлы һәр нәмәне конкретлаштырып һүрәтләүе менән «текст» тулы ҡанлы (Мондошихтың Мостафа исемле улынан Мостафа ауылының барлыҡҡа килеүе, ул ауылдың Магнитогорск ҡалаһынан 6 саҡрым ғына ерҙә урынлашыуы, аҙаҡ һарт нәҫелдәренең Әптерәш ауылына килеүҙәр е, ауылдың «Һарт-Әптерәш» булып китеүе15) (55, 132).

«Һарт-Науруз ауылы» исемле риүәйәттә ҡәрҙәшлек мотивына ҡарағанда, башҡорт менән һарттарҙың аралашып йәшәү күренеше нығыраҡ сағыла. Риүәйәттең башланған өлөшөндә Бохара яғынан килгән кешеләр түгел, «ҡайтҡан» кешеләр хаҡында һүҙ бара: «Элек Кәлсер исемле бер ҡарт Бохара яғынан ҡайтҡан кешеләргә ошо ерҙәрҙән урын күрһәткән. Был кешеләрҙең ҡарт-ҡоролары үҙ-ара һәр саҡ һарт телендә һөйләшер булғандар. Шуға күрә уларҙы «һарт» тип йөрөткәндәр».

<...> һарттар ауыл ҡорғанда, Науруз тигән бер кеше быларға бик ныҡ ярҙам итеп йөрөгән. Ауылдың Һарт-Нау-

15 1931 йылғы ғилми экспедиция материалдарына ҡарағанда, Ялан- Ҡатай районында (хәҙерге Курган әлкәһе) һарт нәҫелле 6 ауыл булғанлығы билдәләп кителә; һарт араларының Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй кантондарына ингән ауылдарҙа осрағанлығы телгә алына (203, ф. 3, оп. 12, д. 314, л. 2).

P. Ғ. Кузеевтың 1959 йылғы яҙмалары буйынса, Курган әлкәһенең Сафакүл районында һарт нәҫелдәре йәшәгән ауылдар: Оло Солтан (Имәнғол), Баязит, Һарт-Әптерәш, Әбел, Мансур. Ғалимдың һарт нәҫелдәренең аҫабалығы тураһындағы мәғлүмәте иғтибарҙы йәлеп итә. Шуға бәйле риүәйәттән күренеүенсә, һарт волосы старшинаһы Солтанға ер биләүгә аҫабалыҡ хоҡуғы хеҙмәте өсөн батша тарафынан бирелгән. Солтан был ерҙәргә төньяҡ-көнсығыштағы Балсыҡты күленән көньяҡ- көнсығыштағы Буташ күленә тиклемге арауыҡҡа ара-аймаҡтары менән бергә үҙенең биш улын еректергән, бынан тыш, Әйле, Табып һ. б. ырыу кешеләрен саҡырып килтергән. Был хәл 150 йыл элек булған, тиелә риүәйәттә. Информанттың ошо мәғлүмәтенә аңлатма биреп, P. Ғ. Ку- зеев: «Был риүәйәт, күрәһең, һарттарҙың электән биләгән ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын жалованный грамоталар менән нығытылыуын ғына сағылдыра», — тип яҙа, П. Паллас яҙмаларына таянып, ғалим башҡорт- һартгар Урал аръяғына Уралдан XVIII быуаттың урталарында уҡ күсеп килеп, Һарт волосы төҙөгән тигән фекер әйтә. Тарихсы үҙенең фекерен артабан алда телгә алынған Солтан старшинаның шәжәрәһендәге мәғлүмәт менән нығытып ҡуя (шәжәрәнән күренеүенсә, Солтандың бүләһе (правнугы) Троицк ҡалаһында 1959 йылда 75 йәшендә вафат булған) (159, 199).

199




руз тип аталыуы ана шул Науруз исеменә бәйле». Риүәйәттең йөкмәткеһенә ҡарағанда, үҙ илдәренә ҡайтҡан башҡорттар үзбәк яҡтарында оҙаҡ ҡына йәшәгән, күрәһең: йылыға күнеккән кешеләрҙең ҡышҡы һалҡындарҙан зарланыуы, ул турала хатта йыр сығарылыуы шундай фекергә юлыҡтыра. Бына ул йыр:

Сәхрәләргә сығып йөрөр инем —

Йөрөп булмай тәрән был ҡарҙа.

Ебәк сапан кейеп йөрөр инем,

Ебәк сапан ҡалған Бохарҙа.

«Был йырҙы бер һарт ҡарты йырлаған, имеш», — тиелә риүәйәттә (55, 131—132). Йырҙа сағылған бошонҡолоҡ мотивының сәбәбе, бәлки, тәрәндәрәктер ҙә. Ситтә йәшәгән ҡайһы бер башҡорттарҙың күнеккән урындарынан ҡуҙға- лыуы ниндәйҙер көтөлмәгән уңайһыҙ шарттарға (экстремаль ситуацияға) бәйле булыуы ихтимал (Бохарҙа ҡалған ебәк сапан образы риүәйәткә осраҡлы ғына индерелмәгәндер, моғайын).

P. Ғ. Кузеев яҙып алған риүәйәттәрҙә һарттарҙың шулай уҡ Бохара, Хиуа яғынан килеп нигеҙләнеүҙәр е телгә алына (159, 199). Ғилми әҙәбиәттә Әйле ырыуы башҡорттарының этнонимия системаһында һарт тармағының булыуы һәм тарихи-генетик риүәйәттәрҙәге мәғлүмәттәр башҡорттар менән Урта Азия һарттары араһындағы этник бәйләнештәрҙең сағылышы итеп иҫәпләнә (159, 200).

Башҡорт ырыуҙары эсендәге ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡалмыҡ аралары тураһындағы риүәйәттәрҙә лә этник бәйләнештәр тарихи-этнографик материалдар менән нығытыла. Ҡаҙаҡ аралары, мәҫәлән, Бөрйән, Түңгәүер, Юрматы, Ҡыпсаҡ, Табын, Ҡатай, Меңле ҡәбиләләре эсендә йыш осрай (158, 48—57).

Күрһәтелгәндәрҙән тыш, риүәйәттәрҙә башҡорттарҙың башҡа халыҡтар менән аралашып йәшәүе хаҡында ла мәғлүмәттәр бар, ләкин улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик һаран. Ләкин шуға ҡарамаҫтан, материалдың булған тиклеме лә этник тарихты өйрәнеүҙә ифрат әһәмиәтле сығанаҡ булып тора. 1964 йылда Башҡортостандың хәҙерге Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында Сафиуллин Шакир Сафиулла

200




улынан яҙып алынған «Ҡоръятмаҫ ауылы» исемле риүәйәт, мәҫәлән, боронғо башҡорт-мадъяр (венгр) этник мөнәсәбәттәрен сағылдырыуы менән ҡиммәтле: «...Ҡоръятмаҫта мадъярҙар йәшәгән була. Үҫәргәндәр мадъярҙар менән бергә йәшәйҙәр. Мадъяр тоҡомонан хәҙерге көндә етмеш хужалыҡ бар» (55, 141). Теге йәки был урында борон мадъярҙар йәшәгән тигән мәғлүмәттәр архив материалдары араһында ла осрай (203, оп. 32, д. 33, л. 27).

Риүәйәт һәм легендалар, тарихи яҙмалар башҡорт ата- бабаларының Волга буйы булғарҙары менән ырыуҙаш булыуҙары тураһында ҡиммәтле күрһәтмәләр һаҡлаған (160, 341; 281, 66).

Шулай итеп, килтерелгән миҫалдар буйынса ғына ла этногенетик, этнонимик риүәйәт һәм легендаларҙың тарихи риүәйәттәрҙең үҙенсәлекле бер тармағы булыуы күренә.

«Саф» тарихи риүәйәттәр (тарихи ваҡиғалар, шәхестәр хаҡындағы сюжеттар)

Тарихи риүәйәттәрҙең төп тармағын реаль нигеҙе асыҡ билдәле булған ижтимағи әһәмиәтле ваҡиғалар һәм шул ваҡиғаларға бәйле булыуы менән танылған шәхестәр тора. Бындай риүәйәттәрҙең репертуары бай, тематикаһы күп төрлө. Дөйөмләштереберәк ҡарағанда, уларҙың йөкмәткеләрендә ике ҙур йүнәлеш айырым-асыҡ күҙгә ташлана: 1) тыуған ил һәм уны сит ил баҫҡынсыларынан һаҡлау мотив- тарын сағылдырыусы риүәйәттәр; 2) социаль тигеҙһеҙлек, синфи һәм милли иҙеүгә ҡаршы, азатлыҡ осон көрәш идеяларын туплаған халыҡ хикәйәләре.

Тәүге төркөмгә башлыса башҡорт халҡының тыуған ерен, изге төйәген һаҡлап, төрлө яу һәм һуғыштарҙа ҡатнашы- уын һүрәтләүсе риүәйәттәр инә. Уларҙа сағылған ваҡиғаларҙың хронологик диапазоны шаҡтай киң; тематик даирәһе иһә түбәндәгеләрҙән ғибәрәт: һундар ябырылыуы, монгол яуы, нуғай мырҙалары ҡыҫымы, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ барымталары; 1812 йылғы француз һуғышы, 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы.

201




Икенсе төркөмгә «ил эсенән» сыҡҡан ғәҙелһеҙлектәргә ҡаршы көрәш идеяларын сағылдырған риүәйәттәр ҡарай. Урыҫ самодержавиеһының башҡорт ерҙәрен «һатып алыу» политикаһы, урындағы халыҡтың бөлгөнлөккә төшөүе, милли һәм синфи иҙеүҙең һөҙөмтәһе булараҡ күтәрелгән ихтилалдар һ. б. шуның кеүек ваҡиғалар хаҡында ифрат күп риүәйәт ижад ителгән.

Уралда йәшәгән башҡорт ҡәбиләләре еренә һундарҙың баҫып инеүе хаҡындағы халыҡ хикәйәләре тарихи риүәйәттәр төркөмөндә хронологик яҡтан иң аҫҡы ҡатламды тәшкил итә. Тарихтан билдәле булыуынса, һун ҡәбиләләренең көньяҡ Байкал алды, Монголия ерҙәренән көнбайышҡа, Урал, Волга буйҙарына күсенә башлау осоро яңы эраның II — IV быуаттарына тура килә. Ғәҙәттә, ваҡиғаларҙы, йә булмаһа берәр эпизодты эҙмә-эҙлекле һәм мөмкин тиклем конкретлаштырып яҡтыртыуға ынтылған риүәйәт жанры өсөн, ошо жанрҙың тәбиғәтен белгән риүәйәтселәргә бынан ике мең йылға яҡын элек булған осорҙо һүрәтләү, әлбиттә, еңел түгел. Шуға күрә башҡорт ҡәбиләләре еренә һундарҙың, риүәйәттәр теле менән әйткәндә, «һун төрөктәр е»нең, баҫып инеүе хаҡындағы мәғлүмәттәр бик һаран, дөйөм характерҙа. Улар, нигеҙҙә, ер-һыу атамаларын аңлатыуға ҡоролған риүәйәт-информациялар. Аныҡлыҡ әсән түбәндәге бер нисә тексҡа мөрәжәғәт итәйек. Улар 1965 йылда Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәүсе Мирхәйҙәров Мөғәлләм Шәйхаттар улынан (1900 йылғы) яҙып алынған. Текста телгә алынған топонимик атамалар ошо районға ҡарай: «Бер саҡ ябыҡ сиктән бында һун төрөктәре килеп сыҡҡан. Килеп сыҡҡандар ҙа тауҙа ятҡан башҡорттарҙы баҫҡандар. Бәлә-ҡаза булғанға тауҙы ла «Бәлә-ҡаза тауы» тип алып киткәндәр» (203, оп. 47, д. 3, л. 420).

«Башҡорттар һун төрөктәрен сигендереп ҡыуып алып киткәс, уларҙан ҡалған бейәләр, ҡыш көнө ҡарҙы ҡаҙып, тибенеп ашап сыҡҡандар. Шуға ла был тауға «Бейәҡаҙа» тигәндәр. Ҡасып киткән һун төрөктәренең малдары эйәләшһен өсөн тоҙ ҡойғандар. Шунан ҡалған «Тоҙҡойған тауы»- ның исеме» (203, оп. 47, д. 3, л. 420).

Бында иғтибарҙы түбәндәгеләр йәлеп итә. һун төрөктәренең Уралда булыуына туранан-тура ишара яһаған мотив

202




атамаларҙың үҙҙәрендә сағылмаһа ла, халыҡ уларҙың сығышын фәҡәт боронғо ваҡиғаға бәйләп, бик ҡәтғи рәүештә аңлата. Оҙайлы ваҡыттар үтеү менән теге йәки был топонимик исемдең барлыҡҡа килеүенең ысын сәбәбе онотолған хәлдә, шул исемдең мәғәнәһенә яҡынлаштырылған аңлатыуҙар, легенда һәм риүәйәттәр хасил булыуы — ауыҙ-тел ижады тәжрибәһендә була торған типик күренеш. Килтерелгән миҫалдарҙа беҙ бына ошо күренеш менән осрашабыҙ ҙа инде. Фольклор әҫәрҙәрен тикшереү шуны күрһәтә: аң үҫешенең мөһим моменттарына ҡағылған уй-ҡараштарҙы, ижтимағи әһәмиәтле эре ваҡиғалар хаҡындағы иҫтәлектәрҙе быуындан быуынға тапшыра килеү элек-электән ата-бабаларыбыҙҙың изге маҡсаты, гүзәл традицияһы булып торған. Халыҡтар күсенеүе, һундарҙың башҡорт ҡәбиләләре менән ниндәйҙер аралашыуы, бәрелеше кеүек оло ваҡиға ла халыҡ хәтеренән эҙһеҙ юғалмаған. Тарихҡа иғтибарлы ил ҡарттары был ваҡиғаларҙы ысын мәғәнәһе бик үк асыҡ булмаған йәки бөтөнләй онотолған ер-һыу атамаларына еректереп, халыҡтың тарихи хәтер ебен оҙайтыу хәстәрен күргәндәр.

М. Мирхәйҙәров репертуарындағы «Ҡорға(а)шты» («Ҡурғашты») тигән риүәйәт тә ваҡиғаларҙы халыҡтарҙың күсенеү осорона илтеп тоташтыра, һундарҙың төшлөк Уралда йәшәгән мадьярҙарҙы, уйғырҙарҙы килеп баҫыуы, мадьярҙарҙың Карпат яғына сигенеп китеүе, уйғырҙарҙың әсирлеккә төшөүе хаҡында һөйләнелә унда (203, оп. 47, д. 3, л. 420).

Уйғырҙарҙың айырым этнос булараҡ Көньяҡ Урал территорияһында йәшәүҙәр е тураһында тарихи материалдар беҙгә билдәле түгел. Риүәйәттә, бер яҡтан, һун, уйғур, ҡайһы бер башҡорт ҡәбиләләренең Себер, Алтай регионын- дағы боронғо контакттары (160, 349) сағылып ҡалыуы ихтимал булһа, икенсе яҡтан, күсенеү осоронда ҙур миграция тулҡыны менән уйғырҙарҙың ниндәйҙер бер төркөмө ваҡытлыса Көньяҡ Уралда туҡталып, һундар менән бәрелешкә юлығыуы - шул контакттарҙың алыҫтағы бер шаңдауы һаҡланып ҡалыуы ла бик мөмкин. Информанттың һөйләүендә фольклор әҫәрҙәрендә була торған анахронизм күренешенең урын алыуы ихтимал. Табын, ҡатай, меңле, әйле ырыуы башҡорттарының этник компонентында уйғыр заттарының

203




өлөшө барлығы билдәле (160, 231, 254, 307, 349). Бындай характерҙағы бәйләнештәрҙең ерлеген бер генә дәүер ваҡиғалары менән аңлатып булмайҙыр, моғайын.

Ә инде мадьярҙарҙың (венгрҙарҙың) IX быуатҡа тиклем осорҙа Уралда йәшәүҙәре ғилми әҙәбиәт буйынса билдәле (216, 33—34). һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың Күгәрсен районы Үрге Сорғояз ауылында яҙып алынған «Аҙан ташы» исемле бер риүәйәттә шулай уҡ һун төрөктәре телгә алына, тик бында информант яу менән килгән ҡәбиләнең исемен асыҡ ҡына әйтмәй: «...Борон башҡорттарҙы һун төрөктәреме шул, монголдармы (?) —бик ҙур яу баҫҡан» (55, 102), — ти ул. Тексты ентекләп тикшереү, уны һундар, монголдар осорон сағылдырған башҡа риүәйәттәр менән сағыштырыу һөҙөмтәһендә «Аҙан ташы»нда һөйләнелгән ваҡиғаларҙың ерлеген һун төрөктәре дәүеренә ҡайтарып ҡалдырырға мөмкин.

Мөғәлләм Мирхәйҙәров
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   ...   38

Похожие:

Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ iconПрограмма кимәле: базалы Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты
Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В. И., Вилданов Ә. Х. –...
Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ iconМ. Аҡмулла күренекле башҡорт һәм татар шағиры, бөйөк мәғрифәтсе. Халыҡ өсөн ҡылған изгелектәре уның һанап бөткөһөҙ
М. Аҡмулла – күренекле башҡорт һәм татар шағиры, бөйөк мәғрифәтсе. Халыҡ өсөн ҡылған изгелектәре уның һанап бөткөһөҙ
Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ iconТема; Башкортостан ере буйлап. Күгә
Маҡсат: Башҡортостан темаһын йомғаҡлау, халыҡ яҙыусыһы З. Биишеваның тормошо һәм ижады менән таныштырыу, яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр...
Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ iconАҠмулла һӘм халыҡ ижады (Ғилми тикшеренеү эше) Башҡарҙы
Бр-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Атйетәрова Гөлсәсәк Хәмит ҡыҙы
Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ iconБашҡорт әҙәбиәтендә Салауат Юлаев образы – Образ Салавата Юлаева в башкирской литературе
Башҡорт халҡы Салауат Юлаевты күңеленә һәм аңына ғына түгел, рухына һәм ҡанына һеңдергән. Шуға күрә милли батырыбыҙ тураһында әҙәби...
Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ iconВ мире имен
...
Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ iconБашҡорт теле (дәүләт теле) дәрестәренән календарь-тематик план 2-се класс өсөн

Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ iconБашҡорт теленән олимпиада һорауҙары (9-10 кластар өсөн)
Тел, һүҙ тураһында 5 мәҡәл яҙығыҙ. Мәҡәлдәрҙә омоним, антоним, синоним һүҙҙәрҙе билдәләгеҙ
Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ iconШишмә район китапханаһы Методик библиографик бүлек Башҡорт халҡының
Мифтәхетдин Аҡмулла: [Тәҡдим ителеүсе әҙәбиәт исемлеге]/ Р. Ф. Гәрәева. Шишмә: Шишмә район китапханаһы, 2006
Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ iconАбдуллина Ильмира Мират ҡыҙы, Өфө ҡалаһы 3-сө интернат-мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 2012 йыл. 8-се март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған конкурс
Маҡсат: уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү; оҫта, күркәм һөйләргә ынтылыш тәрбиәләү. Әсәйҙәргә ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләү
Разместите кнопку на своём сайте:
kk.convdocs.org



База данных защищена авторским правом ©kk.convdocs.org 2012-2017
обратиться к администрации
kk.convdocs.org
Главная страница